2 Фессалоникаларға 2 - Изге ЯҙмаҠанунһыҙлыҡ кешеһе тураһында 1 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүенә һәм Уның эргәһендә тупланыуыбыҙға ҡағылышлы, имандаштар, үтенеп һорайбыҙ: 2 Раббының көнө етте, тип Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе, беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ. 3 Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк. 4 Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтә нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер. 5 Мин һеҙҙең янығыҙҙа булғанда, шул турала һөйләгәнде хәтерләмәйһегеҙме ни? 6 Үҙ ваҡытын көтөп, билдәле булыуҙан уны нимә тотҡарлағанын һеҙ инде беләһегеҙ. 7 Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө хәрәкәттә инде, ләкин уны тотҡарлаусы юлдан алынмайынса, был көс бойомға ашмаясаҡ. 8 Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер. 9 Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе Иблис тәьҫире менән килер, ул ҡеүәтле көс, ялған билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтер, 10 төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр. 11 Шуға ла Алла уларға ныҡ яңылышыуҙар ебәрер һәм улар ялғанға ышаныр, 12 шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер. Ҡотҡарылыу өсөн һайланылғандар 13 Беҙ иһә һеҙҙең өсөн, Раббының ҡәҙерлеһе булған имандаштар, һәр ваҡыт Аллаға рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки Рухтың һеҙҙе изге итеүе һәм хәҡиҡәткә ышаныуығыҙ аша ҡотҡарыу өсөн Алла һеҙҙе тәүҙән һайланы. 14 Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы. 15 Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ. 16 Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих Үҙе һәм Атабыҙ Алла 17 һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, һәр төрлө яҡшы һүҙҙәр һөйләргә һәм изге эштәр башҡарырға ҡеүәт бирһен. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia