1 Яхъя 5 - Изге ЯҙмаМәңгелек тормош – Алла Улында 1 Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата. 2 Беҙ Алланы яратҡанда һәм Уның бойороҡтарын үтәгәндә Алланың балаларын да яратҡаныбыҙҙы беләбеҙ. 3 Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел, 4 сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек. 5 Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына. 6 Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Һыу аша ғына түгел, ә һыу һәм ҡан аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул. 7 Өс шаһит бар: 8 Рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк төрлө шаһитлыҡ ҡыла. 9 Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк: был бит Алланың Улы тураһында биргән шаһитлығы. 10 Алла Улына инанған кешенең үҙендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған. 11 Был шаһитлыҡ шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ. 12 Үҙендә Алланың Улы булған кешенең тормошо бар, Үҙендә Алла Улы юҡтың тормошо юҡ. 13 Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, үҙегеҙҙең мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белегеҙ, тип яҙҙым. 14 Беҙҙең шуға тулы ышанысыбыҙ бар: Алланың ихтыяры буйынса нимә генә һораһаҡ та, Ул беҙҙе ишетә. 15 Нимә генә һораһаҡ та, Уның ишетеүен беләбеҙ икән, һорағаныбыҙҙы алырыбыҙҙы ла беләбеҙ. 16 Әгәр берәй кеше имандашының үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылғанын күрһә, уның өсөн доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына йәшәү бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ өсөн доға ҡылығыҙ, тимәйем. 17 Һәр яуызлыҡ – гонаһ, әммә һәр гонаһ үлемгә килтермәй. 18 Алланан тыуған кешеләрҙең гонаһ ҡылмағанын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Улан уларҙы һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай. 19 Беҙ – үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, ә бөтә донъяның Иблис хакимлығы аҫтында булғанын беләбеҙ. 20 Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош. 21 Балаларым, ялған илаһтарҙан һаҡланығыҙ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia