Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Яхъя 2 - Изге Яҙма


Мәсих – беҙҙең Яҡлаусыбыҙ

1 Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих.

2 Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙға, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтә донъя гонаһтарына Үҙе аша ярлыҡау килтергән ҡорбан булды.

3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ.

4 Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның бойороҡтарын үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ.

5 Ә Уның һүҙен үтәгән кешелә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ үҙебеҙҙең Унда булыуыбыҙҙы беләбеҙ ҙә инде.

6 Кем дә кем: «Мин Аллала йәшәйем», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


Яңы бойороҡ

7 Һөйөклөләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы бойороҡ яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке бойороҡ. Ә иҫке бойороҡ – һеҙ ишеткән хәбәр ул.

8 Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы бойороҡ та, сөнки уның хаҡлығы Мәсихтә һәм һеҙҙә күренә. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ балҡый инде.

9 Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашын күрә алмай, ул әле лә ҡараңғылыҡта.

10 Имандашын яратҡан кеше яҡтылыҡта йәшәй һәм уға юлдан тайпылыу ҡурҡынысы янамай.

11 Имандашына асыу тотҡан кеше ҡараңғылыҡ эсендә, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.

12 Балаларым, һеҙгә яҙам: Гонаһтарығыҙ Ғайса хаҡына ярлыҡанды.

13 Аталар, һеҙгә яҙам: баштан уҡ Бар булыусыны танып беләһегеҙ. Эй йәштәр, һеҙгә яҙам: һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ.

14 Балалар, һеҙгә яҙҙым: һеҙ Күктәге Атаны танып белдегеҙ. Аталар, мин һеҙгә яҙҙым: баштан уҡ Бар булыусыны танып белдегеҙ. Эй йәштәр, һеҙгә яҙҙым: һеҙ көслөһөгөҙ, Алла һүҙе күңелдәрегеҙҙә йәшәй, һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ.

15 Донъяға һәм унда булған нәмәләргә күңел бирмәгеҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ.

16 Был донъялағы бөтә нәмә: тән нәфсеһе, күҙ нәфсеһе һәм байлыҡ арҡаһындағы тәкәбберлек – улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан.

17 Донъя ла, уның нәфселәре лә үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.


Мәсихтең дошмандары тураһында киҫәтеү

18 Балаларым! Һуңғы сәғәттәр етте. Заман ахырында Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеткәйнегеҙ, әле Мәсихтең дошмандары күбәйеп китте һәм заман ахыры еткәнен шунан беләбеҙ.

19 Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.

20 Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.

21 Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәгәнегеҙ өсөн түгел, киреһенсә, уны белгәнегеҙ һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен аңлағанығыҙ өсөн яҙҙым.

22 Кем ул ялғансы? Ялғансы – ул Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Ундай кеше Мәсихтең дошманы һәм ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә.

23 Алла Улын инҡар итеүсенең Атаһы ла юҡ, ә Алла Улын таныусының иһә Атаһы ла бар.

24 Баштан уҡ ни ишеткән булһағыҙ, шуны күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр ҙә баштан ишеткәндәр күңелегеҙҙә йәшәһә, һеҙ ҙә Атаның Улында һәм Улының Атаһында булырһығыҙ.

25 Мәсих Үҙе беҙгә вәғәҙә иткән нәмә – мәңгелек тормош был.

26 Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам.

27 Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


Алла балалары

28 Шулай итеп, балалар, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм уңайһыҙланмай баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ.

29 Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan