1 Тимофейға 2 - Изге ЯҙмаҒибәҙәт ҡылыу тураһында кәңәштәр 1-2 Иң элек шуны үтенеп һорайым: барлыҡ кешеләр, шулай уҡ батшалар һәм барлыҡ хакимиәт кешеләре өсөн дә Алла алдында доға ҡылығыҙ, һорағыҙ, ялбарығыҙ һәм рәхмәт белдерегеҙ. Беҙҙең һәр яҡлап Аллаға ихтирамлы һәм кешеләргә тейешенсә мөнәсәбәттә булып, имен һәм тыныс ғүмер итеүебеҙ өсөн шулай итегеҙ. 3 Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә. 4 Ул бөтә кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит. 5 Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Кеше Ғайса Мәсих. 6 Ул бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡын Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде. 7 Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым. 8 Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем. 9 Ҡатындарҙың да сәстәрен төрләндереп үрмәүен, алтын йәки ынйы таҡмауын, ҡиммәтле кейемдәр кеймәүен, ә тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап, 10 Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем. 11 Ҡатын-ҡыҙ шым һәм тулы күндәмлек менән өйрәнһен. 12 Ҡатындарға ирҙәрен өйрәтергә, уларға баш булырға рөхсәт итмәйем, улар шым ултырһын. 13 Тәүҙә бит Әҙәм, унан Һауа яратылған. 14 Әҙәм алданмаған, ә ҡатын, алданып, гонаһҡа төшкән. 15 Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәттә, изгелек һәм әхлаҡлылыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ, ҡотҡарыласаҡ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia