1 Петр 3 - Изге ЯҙмаҠатындар һәм ирҙәр 1-2 Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр улар араһында Алла һүҙен ҡабул итергә теләмәүселәр булһа, һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күрһәләр, уларҙы иманға килергә һүҙһеҙ ҙә инандырып булыр ине. 3 Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел, 4 ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле. 5 Элекке заманда Аллаға өмөт бағлаған изге ҡатындар ҙа үҙҙәрен шулай биҙәгән, ирҙәренә буйһонған. 6 Мәҫәлән, Сара ла Ибраһимды хужам тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә игелек ҡылһағыҙ һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаһағыҙ, Сараның балалары булырһығыҙ. 7 Ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙөрәк зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шунда доғаларығыҙға бер нимә лә тотҡарлыҡ итмәҫ. Ғәҙеллек өсөн ғазап сигеү 8 Шулай итеп, татыу йәшәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата миһырбанлы, туған йәнле һәм рәхимле, тыйнаҡ булығыҙ. 9 Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән: 10 «Кем тормошҡа һөйөнөп йәшәргә, яҡшы көндәрҙе күрергә теләй, телен яманлыҡтан тыйһын, ауыҙын мәкер өсөн асмаһын. 11 Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын. 12 Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, ҡолағы ҡылған доғаларына асыҡ. Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға». 13 Әгәр ҙә яҡшылыҡ эшләргә ынтылһағыҙ, һеҙгә кем яуызлыҡ ҡылыр? 14 Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ. 15 Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хаким итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап иткән һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, 16 әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр. 17 Алла ихтыяры буйынса, изгелекле эш ҡылып ғазапланыу яманлыҡ ҡылып ғазапланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ. 18 Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде. 19 Рухы менән Ул тотҡондағы рухтар янына барып вәғәз әйтте. 20 Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан. 21 Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды. 22 Ул, күккә ашып, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, көстәр ҙә буйһонған. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia