1 Коринфтарға 9 - Изге ЯҙмаИлсенең хоҡуҡтары һәм бурыстары 1 Мин ирекле түгелме ни? Әллә Мәсихтең илсеһе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайсаны күрмәнемме йә һеҙ Раббыға хеҙмәт итеүемдең һөҙөмтәһе түгелме? 2 Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки һеҙҙең Раббыла булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора. 3 Мине ғәйепләүселәргә үҙемде яҡлап шулай тип яуап бирәм: 4 ризыҡ һәм эсемлек алырға хаҡыбыҙ юҡмы әллә? 5 Йә башҡа илселәр, Раббының ҡустылары һәм Кефас кеүек, иман юлындағы ҡатыныбыҙҙы сәйәхәткә алырға хаҡыбыҙ юҡмы? 6 Йәиһә Барнабас менән мин генә йәшәү өсөн эшләргә тейешбеҙме? 7 Ҡайһы ғәскәриҙең ҡасан да булһа үҙ иҫәбенә хеҙмәт иткәне бар? Ниндәй баҡсасы үҙе ултыртҡан йөҙөм емештәрен ашамай? Ҡайһы көтөүсе үҙенең көтөүенән һөт эсмәй? 8 Мин быларҙы әҙәмсә фекерләп һөйләйемме? Ҡанун да ошо хаҡта әйтә түгелме һуң? 9 Муса ҡанунында былай тип яҙылған бит: «Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма». Алла үгеҙҙәр хаҡында ғына хәстәрлек күрәме ни? 10 Әллә ул һүҙҙәр беҙҙең өсөн әйтелгәнме? Әлбиттә, был беҙҙең өсөн яҙылған, сөнки һөргән кеше уңыштан үҙенә лә өлөш сығыр тигән өмөт менән һөрөргә, ашлыҡ һуғыусы ла шундай уҡ өмөт менән һуғырға тейеш. 11 Беҙ күңелдәрегеҙҙә рухи орлоҡ сәскәнбеҙ икән, матди уңыш алырға өмөтләнеп, һеҙҙән күпте талап итәбеҙме ни? 12 Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ. 13 Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме? 14 Шуның һымаҡ, Раббы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәргә шул хеҙмәт иҫәбенә йәшәргә ҡушҡан. 15 Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙермен! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай. 16 Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был – минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә! 17 Үҙ теләгем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә үҙ теләгем менән башҡармайым икән, ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем. 18 Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, был хеҙмәтте бушлай атҡарам, үҙ хоҡуҡтарымды файҙаланмайым. 19 Бар нәмәнән азат булһам да, мөмкин тиклем күберәк кешене Мәсихкә килтереү өсөн, үҙемде бөтөнөһөнә ҡол иттем. 20 Йәһүдтәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, уларға йәһүд кеүек булдым, ҡанунға буйһонғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, үҙем ҡанун аҫтында булмаһам да, улар янында ҡанунға буйһоноусы кеүек булдым, 21 ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, сөнки мин Мәсих ҡанунына буйһонам. 22 Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем. 23 Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына башҡарам. 24 Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ. 25 Ярышта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла ныҡлап әҙерләнә. Улар быны һулып ҡала торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж бер ҡасан да һулымай. 26 Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем. 27 Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә, үҙем әжеренән ҡоро ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia