Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Коринфтарға 7 - Изге Яҙма


Никах тураһында

1 Миңә яҙғандарығыҙға киләйек. Һеҙ: «Ир кешегә ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инмәү яҡшы», – тиһегеҙ.

2 Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын.

3 Ир – ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен.

4 Ҡатын үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ире хужа. Шуның кеүек, ир ҙә үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ә ҡатыны хужа.

5 Икегеҙ килешеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа доға ҡылыуға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис, тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып, һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ.

6 Быны мин әмер итеп түгел, ә мөмкинлек биреп әйтәм.

7 Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө.

8 Никахта тормағандарға һәм тол ҡатындарға шуны әйтәм: уларға минең кеүек яңғыҙ йәшәү яҡшыраҡ булыр.

9 Әммә тыйыла алмаһалар, тормош ҡорһондар, сөнки енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ.

10 Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын.

11 Әгәр айырыла икән, ирһеҙ торһон, йәки үҙ ире менән яңынан килешһен. Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын.

12 Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш.

13 Берәй ҡатындың ире иманһыҙ булып, әммә ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаҫҡа тейеш.

14 Сөнки иманһыҙ ирҙең – иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар.

15 Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы.

16 Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың?


Элекке хәлеңдә ҡал

17 Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай.

18 Берәйһен Алла сөннәтле килеш саҡырған икән, ул кеше сөннәт эҙен юҡ итмәһен. Сөннәтһеҙ килеш саҡырылһа, шул көйө ҡалһын.

19 Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла бойороҡтарын үтәү генә мөһим.

20 Аллаға кем ниндәй хәлдә саҡырылған, шундай булып ҡалһын.

21 Ҡол итеп саҡырылһаң, борсолма. Ә инде ирекле булыу мөмкинлеге килеп сыҡһа, ул мөмкинлектән файҙаланыу яҡшыраҡ.

22 Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло.

23 Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ.

24 Имандаштар, Аллаға ниндәй хәлдә саҡырылған булһағыҙ, Уның алдында шундай булып ҡалығыҙ.


Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға кәңәш

25 Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым.

26 Хәҙерге ауыр заманды иҫтә тотоп, кешенең өйләнмәгән хәлдә ҡалыуын яҡшы тип иҫәпләйем.

27 Һин ҡатының менән йәрәшеп ҡушылдыңмы? Улай булғас, айырылыу тураһында уйлама. Ҡатынһыҙ ҡалдыңмы? Ҡатын эҙләмә.

28 Шулай ҙа өйләнһәң дә гонаһ түгел. Ҡыҙ кеше лә, кейәүгә сыҡһа, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр. Мин һеҙҙе бынан ҡурсаларға теләйем.

29 Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар – ҡатынһыҙ кеүек,

30 илағандар – иламағандар кеүек, ҡыуанғандар – ҡыуанмағандар кеүек, һатып алғандар – бер нәмәгә лә эйә булмағандар кеүек,

31 был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмағандар кеүек булһын. Сөнки был донъя хәҙерге рәүешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара.

32 Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә.

33 Ә өйләнгәне иһә, ҡатынына ярарға тырышып, донъяуи эштәрҙе ҡайғырта

34 һәм ике яҡҡа өҙгөләнә. Ирһеҙ ҡатын йәки кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, тәне менән дә, йәне менән дә изге булыу өсөн, Раббы эштәре тураһында хәстәрлек күрә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи мәшәҡәттәрҙе хәстәрләй.

35 Мин быны һеҙҙе сикләү өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм.

36 Әгәр берәйһе һөйгән ҡыҙына ҡарата килешһеҙ эш ҡылам тип һанаһа һәм дәртен тыйырға көсө етмәгәне өсөн өйләнергә кәрәк тип тапһа, үҙе теләгәнсә эшләһен – гонаһ түгел, ундайҙар өйләнһен.

37 Ә инде берәйһе күңелендә ныҡлы ҡарар ҡылып, бер кем мәжбүр итмәһә лә, үҙенең тойғоларына тулыһынса баш булып, ҡыҙға өйләнмәҫкә ҡарар итә икән, яҡшы эшләй.

38 Шулай итеп, ҡыҙын кәләш итеп алғаны яҡшы, өйләнмәгәне тағы ла яҡшыраҡ эшләй.

39 Ире иҫән саҡта ҡатын уға бәйле. Ире вафат булһа, ҡатын теләгәненә кейәүгә сығырға ирекле, әммә Раббыға инаныусыға ғына.

40 Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк булыр ине – был минең фекерем һәм миндә лә Алла Рухы бар тип уйлайым.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan