1 Коринфтарға 14 - Изге ЯҙмаТелдәр һәм пәйғәмбәрлек итеү 1 Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән бүләктәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү бүләгенә ынтылығыҙ. 2 Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе әҙәм кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә. 3 Пәйғәмбәрлек ҡылыусы иһә кешеләргә һөйләй. Ул уларҙы нығындыра, рухын күтәрә һәм йыуата. 4 Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе үҙен нығындыра, ә пәйғәмбәрлек ҡылыусы берҙәмлекте нығыта. 5 Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә унан да бигерәк – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә. 6 Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, имандаштар, мин янығыҙға киләм һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләйем икән, ти. Ул ваҡытта минән ниндәй файҙа? Асылышты йәки белемде, пәйғәмбәрлек һүҙен йәки өйрәтеүҙе аңлайышлы һүҙҙәр менән аңлатҡанда ғына һеҙгә файҙа килтерә алырмын бит. 7 Миҫалға һыбыҙғы йә арфа кеүек йәнһеҙ уйын ҡоралын алайыҡ. Уларҙан сыҡҡан моң бер-береһенән айырылмай икән, флейтала йәки арфала ниндәй көй уйнағандарын аңлап булырмы? 8 Әгәр борғо асыҡ тауыш сығармаһа, яуға кем әҙерләнер? 9 Бына шулай һеҙ ҙә телегеҙ менән аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтһәгеҙ, нимә һөйләгәнегеҙҙе нисек аңларҙар? Һеҙ бит һүҙҙәрегеҙҙе елгә генә осорорһоғоҙ. 10 Донъяла әллә күпме телдәр бар, һәм һәр береһенең – үҙ мәғәнәһе. 11 Әгәр мин һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәйем икән, һүҙ әйтеүсегә сит ил кешеһе кеүек буласаҡмын һәм һөйләүсе үҙе лә миңә сит ил кешеһе кеүек буласаҡ. 12 Һеҙҙең менән дә шулай уҡ: Рухтан килгән бүләктәргә ынтылһағыҙ, берҙәмлекте нығытырлыҡ бүләктәр менән байырға тырышығыҙ. 13 Шуға күрә бүтән телдә һөйләүсе телде аңлата белеү һәләте өсөн доға ҡылһын. 14 Мин бүтән телдә доға ҡылһам, миндә рухым доға ҡыла, ә аҡылым ҡатнашмай ҡала. 15 Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын. 16 Рухың менән генә шөкөр иткәндә, иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай! 17 Һин ҡылған шөкөр ни тиклем һәйбәт булмаһын, һүҙҙәреңде ишетеүсе файҙа алмаясаҡ. 18 Аллаға шөкөр, мин бүтән телдәрҙә бөтәгеҙгә ҡарағанда ла күберәк һөйләй алам. 19 Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым. 20 Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ. 21 Ҡанунда былай тип яҙылған: «Был халыҡҡа бүтән телдәрҙә һөйләүселәр аша, сит кешеләрҙең ауыҙҙары менән өндәшермен, әммә ул саҡта ла Мине тыңламаҫтар, – ти Раббы». 22 Тимәк, бүтән телдәр – иманлы кешеләр өсөн түгел, ә иманһыҙҙар өсөн билдә. Пәйғәмбәрлек итеү иһә – иманһыҙҙар өсөн түгел, ә иманлылар өсөн. 23 Шуға күрә, әгәр бөтөн берҙәмлек бергә йыйылып, барыһы ла бүтән төрлө телдәрҙә һөйләп ултырһа, һәм шул саҡ иман менән ҡыҙыҡһынған йәки иманы булмаған берәй сит кеше килеп инһә, һеҙҙе: «Аҡылдан яҙғандар!» – тип әйтмәҫме? 24 Әммә бөтәһе лә пәйғәмбәрлек иткән мәлдә иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше йә иманы булмаған берәйһе килеп инһә, һәр береһенән үҙен фаш итеү һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу һүҙҙәрен ишетер. 25 Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙтүбән ҡапланыр ҙа Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер. Берҙәмлектәге тәртип 26 Шулай итеп, имандаштар, хәҙер нисек була инде? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең – мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең – өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер – асылышы, бәғзеһенең – бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен. 27 Бүтән телдә һөйләүселәр булһа, ике, иң күп тигәндә өс кеше бер-бер артлы һөйләһен, ә береһе аңлатып торһон. 28 Аңлатыусы булмаһа инде, ундайҙар берҙәмлектә һүҙ өндәшмәһен, ә Алла ғына ишеткән мәлдә, үҙҙәре генә булған саҡта һөйләһен. 29 Пәйғәмбәрҙәрҙең дә икәүһе йәки өсәүһе һөйләһен, ә ҡалған иман тотоусылар, ишеткәндәре хаҡында фекер йөрөтөп, уларға баһа бирһен. 30 Әгәр йыйылышта ултырғандар араһындағы берәйһенә асылыш килһә, беренсе һөйләүсе уға һүҙ әйтергә мөмкинлек бирһен. 31 Бөтәгеҙ ҙә өйрәнһен, һәм бөтәгеҙҙең дә күңелен күтәреү өсөн бер-бер артлы пәйғәмбәрлек итә алаһығыҙ. 32 Пәйғәмбәрҙәрҙең рухтары пәйғәмбәрҙәргә буйһона, 33 сөнки Алла – тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә тыныслыҡ Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек, 34 йыйылыштарҙа ҡатын-ҡыҙ өндәшмәй генә ултырһын. Унда уларға һөйләргә рөхсәт ителмәй, ҡанунда яҙылғанса, улар буйһонорға тейеш. 35 Әгәр берәй нәмәне белергә теләйҙәр икән, өйҙә ирҙәренән һораһындар, сөнки берҙәмлектә ҡатын-ҡыҙға һүҙ һөйләү әҙәпһеҙлек һанала. 36 Алла һүҙе һеҙҙән сыҡтымы ни? Әллә һеҙгә генә килдеме? 37 Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухлы тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы бойороғо икәнен таныһын. 38 Кем танымай, ул үҙе лә танылмай. 39 Шулай итеп, имандаштар, пәйғәмбәрлек итергә ынтылығыҙ, әммә бүтән төрлө телдә һөйләүҙе лә тыймағыҙ. 40 Ләкин бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле булырға тейеш. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia