Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Коринфтарға 12 - Изге Яҙма


Изге Рухтан бирелгән бүләктәр

1 Изге Рух тарафынан бирелгән бүләктәргә килгәндә иһә, имандаштар, улар тураһында белмәй ҡалыуығыҙҙы теләйем.

2 Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа нимәлер һеҙҙе телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе.

3 Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй һәм, үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.

4 Изге Рух биргән бүләктәр төрлө, әммә Рух бер үк.

5 Хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп, әммә бөтөнөбөҙ ҙә хеҙмәт иткән Раббы бер үк.

6 Ғәмәлдәрҙең төрлөһө бар, әммә уларҙың барыһын да беҙҙә бер үк Алла булдыра.

7 Ләкин Рухтың һәр береһендә уртаҡ файҙаға эш итеүе күренә.

8 Берәүгә Рух аша – аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.

9 Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә.

10 Берәүгә – мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә – пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә – рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер – бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, ә кемеһенәлер был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.

11 Быларҙың барыһын да һәр кемгә бүләкте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.


Тән – берәү, ағзалар күп

12 Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә.

13 Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.

14 Был тән бер ағзанан түгел, күп ағзаларҙан тора.

15 Әгәр аяҡ: «Мин ҡул түгелмен, шуға күрә мин тәндеке түгел», – тиһә, шуның өсөн генә тәндең бер ағзаһы булыуҙан туҡтармы?

16 Йәиһә ҡолаҡ: «Мин күҙ түгелмен, шуға күрә мин тәндеке түгел», – тиеү менән генә тән ағзаһы булып тормаҫмы?

17 Әгәр бөтөн тән тик күҙҙән генә торһа, нисек ишетә алыр ине? Тотош ҡолаҡтан ғына торһа ла, еҫ һиҙеү тойғоһо ҡайҙан булыр ине?

18 Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.

19 Әгәр бөтөнөһө бер генә ағза булһа, тән ҡайҙа булыр ине һуң?

20 Һөҙөмтәлә ағзалар күп, әммә тән берәү генә.

21 Күҙ ҡулға: «Һин миңә кәрәк түгел», – тип, йәки баш аяҡтарға: «Һеҙ миңә кәрәк түгел», – тип әйтә алмай.

22 Киреһенсә, тәндең хәлһеҙерәк күренгән ағзаһы нығыраҡ кәрәк.

23 Беҙ тәндең күркәм түгел тип һанаған урындарын нығыраҡ хәстәрләп кейендерәбеҙ. Ә килешһеҙ һаналған өлөштәрен айырыуса ентекләп йәшерәбеҙ.

24-25 Килешле ағзаларыбыҙҙың иһә быға ихтыяжы юҡ. Әммә, тәндә бүленеш булмаһын һәм бөтә ағзалар бер-береһе тураһында бер үк кимәлдә хәстәрлек күрһен өсөн, тәндә етешмәгән ағзаларға күберәк хөрмәт күрһәтеп, Алла ағзаларҙы үҙ-ара шулай тоташтырҙы.

26 Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.

27 Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары.

28 Алла Үҙ берҙәмлегендә, беренсенән, илселәр, икенсенән, пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөнән, өйрәтеүселәр ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.

29 Бөтәһе лә илселәрме? Бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрме? Бөтәһе лә өйрәтеүселәрме? Бөтәһе лә мөғжизә тыуҙырыусылармы?

30 Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы?

31 Юғарыраҡ бүләктәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan