1 Коринфтарға 11 - Изге Яҙма1 Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ. Башҡа ябыныу тураһында 2 Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин һеҙгә еткергән тәғлимәтте теүәл үтәүегеҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым. 3 Йәнә мин шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы – Алла. 4 Башын ҡаплап доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән һәр ир үҙенең башын оятлы итә. 5 Ә башын ҡапламайынса доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән ҡатын үҙенең башын оятлы итә, сөнки был хәл ҡатындың сәсе ҡырылыуға бәрәбәр. 6 Ҡатын башына ябынырға теләмәй икән, сәсен ҡырҡтырып ташлаһын, ә инде сәсенең алыныуы йәки ҡырылыуы оят булһа, ул саҡта башына ябынһын. 7 Шулай итеп, ир кеше башына кейергә тейеш түгел, сөнки ул – Алла һыны һәм даны, ә ҡатын – ирҙең даны. 8 Ир – ҡатындан түгел, ә ҡатын ирҙән ҡылынған, 9 һәм ир – ҡатын өсөн түгел, ә ҡатын ир өсөн яратылған. 10 Шуға күрә, фәрештәләр арҡаһында, ҡатын кеше үҙ башына хаким булырға тейеш. 11 Хәйер, Раббыла ир – ҡатынға, ҡатын иргә бәйле. 12 Ҡатын ирҙән ҡылынһа ла, ир ҡатындан тыуа, әммә бөтә нәмә лә Алланан барлыҡҡа килә. 13 Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ҡатын кешегә башына ябынмайынса Аллаға доға ҡылыу килешерме? 14 Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң? 15 Ҡатын кешенең сәсе оҙон булһа, был уның өсөн дан түгелме ни? Сәс уға япма рәүешендә бирелгән дә баһа. 16 Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ. Раббыны аш табынында иҫкә алыу 17 Артабанғы күрһәтмәләремә күсәм. Һеҙҙе йыйылыштарҙағы ҡылыҡтарығыҙ өсөн маҡтай алмайым: уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. 18 Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам. 19 Әлбиттә, кемегеҙҙең тоғро икәнлеге һынау аша асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡараш айырымлыҡтары да булыуы кәрәк. 20 Әммә һеҙҙең бергә йыйылыуығыҙ Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит. 21 Һәр берегеҙ үҙ ризығына йәбешә, шунан берәүҙәр ас ҡала, икенселәр иҫергәнсе ашап-эсә. 22 Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым. 23 Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып 24 шөкөр итте лә, уны һындырып, былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». 25 Шулай уҡ киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ». 26 Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ. 27 Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның туҫтағынан эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ. 28 Шуға ла икмәкте ашар һәм туҫтаҡтан эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш. 29 Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә. 30 Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел. 31 Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ, хөкөмгә дусар булмаҫ инек. 32 Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә. 33 Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ. 34 Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia