1 Коринфтарға 10 - Изге ЯҙмаЯлған илаһтарға табыныуҙан киҫәтеү 1 Имандаштар, ата-бабаларығыҙ менән булып уҙған хәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөргә теләйем. Уларҙың бөтәһе лә болот аҫтында булған һәм диңгеҙ аша үткән. 2 Бөтәһе лә шул болотҡа һәм диңгеҙгә һыуға сумдырылғандай, Мусаның эйәрсендәре булып киткәндәр, 3 һәммәһе лә бер үк рухи ризыҡ менән туҡланған 4 һәм бөтәһе лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих. 5 Әммә Алла уларҙың күбеһенә риза булманы, шунлыҡтан кәүҙәләре сүллектә ятып ҡалды. 6 Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы, яуызлыҡҡа әүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ. 7 Шулай уҡ, ҡайһы берҙәре кеүек, ялған илаһтарға табыныусылар булмағыҙ. Улар хаҡында Изге Яҙмала: «Халыҡ ашарға-эсергә кереште, артабан инде күңел асырға тотондо», – тип әйтелгән. 8 Бәғзе берәүҙәр кеүек фәхешлек итмәйек – бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булды. 9 Ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан саҡҡандан үлде. 10 Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды. 11 Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған. 12 Шуның өсөн, аяғымда ныҡ баҫып торам, тип уйлаған һәр кем йығылмаҫ өсөн һаҡ булһын. 13 Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк. 14 Шуға күрә, һөйөклөләрем, ялған илаһтарға табыныуҙан ҡасығыҙ. 15 Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, әйткәндәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ. 16 Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни? 17 Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ. 18 Исраил халҡына ҡарағыҙ: килтерелгән ҡорбан итен ашаусылар ҡорбан усағындағы ғибәҙәттә ҡатнашыусылар түгелме ни? 19 Бының менән нимә әйтергә теләйем? Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан берәй әһәмиәткә эйә типме, әллә илаһ үҙе берәй мәғәнәгә эйә типме? 20 Әлбиттә, юҡ. Әммә мәжүсиҙәр Аллаға түгел, ендәргә ҡорбан сала. Ә мин һеҙҙең ендәр менән аралашыуығыҙҙы теләмәйем. 21 Раббы туҫтағынан да, ен туҫтағынан да бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел. 22 Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме? 23 Һеҙ: «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», әммә бөтә нәмә лә һабаҡ булып хеҙмәт итмәй. 24 Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен. 25 Ит баҙарында һатылған нәмәләрҙе тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. 26 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә Раббыныҡы». 27 Әгәр иманһыҙҙарҙың береһе һеҙҙе үҙенә саҡырһа һәм һеҙ унда барырға теләһәгеҙ, тәҡдим ителгән барлыҡ ризыҡты тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. 28 Әгәр инде берәйһе: «Был ҡорбан ите», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ. 29 Выждан тигәндән, һеҙҙең выжданығыҙҙы түгел, ә шул кешенекен күҙ уңында тотам. Ни өсөн әле минең азатлығым башҡа берәүҙең выжданы менән сикләнергә тейеш? 30 Әгәр ризыҡты рәхмәт доғаһы ҡылып ҡабул итәм икән, ни өсөн мине был ризыҡ өсөн шелтәләргә? 31 Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ. 32 Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ. 33 Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia