Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

1 Фессалоникаларға 2 - Изге Яҙма


Паулустың Тессалоникелағы хеҙмәте

1 Һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ бит, имандаштар, эргәгеҙгә килеүебеҙ файҙаһыҙ булманы.

2 Белеүегеҙсә, бынан алда Филиппойҙа ғазаптар сигеп, мәсхәрәләр аша үтһәк тә, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.

3 Һөйләгәндәребеҙҙә яңылышлыҡ та, ҡара ниәт тә, ялған да юҡ.

4 Кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаған һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып һөйләйбеҙ.

5 Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып әйтмәнек. Алла Үҙе шаһит!

6 Һис кемдән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да дан-шөһрәт көтмәнек.

7 Мәсихтең илселәре булараҡ, үҙебеҙҙең абруйҙы файҙалана ала инек, ләкин беҙ һеҙгә наҙлы булдыҡ. Әсә кеше үҙ сабыйҙарын хәстәрләгән кеүек,

8 һеҙгә лә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ.

9 Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек.

10 Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит.

11 Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ,

12 Үҙ батшалығына һәм дан-шөһрәтенә саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.

13 Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.

14 Имандаштар, һеҙ ҙә Йәһүҙиәлә урынлашҡан, Ғайса Мәсихтәге Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки улар йәһүдтәрҙән нисек яфа сикһә, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ.

15 Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, барса кешеләргә лә ҡаршы.

16 Беҙ мәжүсиҙәргә ҡотола алһындар тип аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының күләмен һәр ваҡыт арттыра бара һәм, ниһайәт, Алла нәфрәте улар өҫтөнә төшә.


Паулустың даны һәм шатлығы

17 Ә беҙ, имандаштар, аҙ ғына ваҡытҡа айырылышып торһаҡ та, күңелдәребеҙ менән гел бергә булдыҡ һәм ҙур теләк менән күрешергә ынтылып торҙоҡ.

18 Эргәгеҙгә барырға теләнек. Мин, Паулус, үҙем дә бер нисә тапҡыр һеҙҙең эргәгә барырға ынтылдым, ләкин Иблис беҙгә ҡамасауланы.

19 Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?

20 Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм ҡыуанысыбыҙ бит.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan