Biblia Todo Logo
Online Bible

- Advertisements -




Башланмыш 21:20 - Изге Яҙма

20 Алла баланы ташламаны. Исмәғил буй еткерҙе, сүлдә йәшәй башланы һәм мәргән уҡсы булып китте.

See the chapter Copy

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Алла баланы ташламаны. Исмәғил буй еткерҙе, сүлдә йәшәй башланы һәм мәргән уҡсы булып китте.

See the chapter Copy

Изге Яҙма

20 Алла баланы ташламаны. Исмәғил буй еткерҙе, сүлдә йәшәй башланы һәм мәргән уҡсы булып китте.

See the chapter Copy




Башланмыш 21:20
13 Cross References  

Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.


Улың кешеләр араһында Ҡырағай бер ишәк һымаҡ булыр: Һәр кешегә ҡулын күтәрер. Барыһынан да үҙе шуны күрер, Бөтә туғандарынан да ситтә йәшәр.


Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.


Раббы фәрештәһе уға күренеп: – Эй ҡаһарман һуғышсы! Раббы һинең менән! – тине.


Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡыҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине.


Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, нәҫел-ырыуы ишле булыр. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр.


Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимруд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған.


Ҡоралыңды – уҡ-һаҙағыңды алып, яландан ҡыр йәнлеге атып алып ҡайт әле.


Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды.


Follow us:

Advertisements


Advertisements