Biblia Todo Logo
Online Bible

- Advertisements -




Башланмыш 5:29 - Изге Яҙма

29 Ләмәх уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине.

See the chapter Copy

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Ләмәх уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине.

See the chapter Copy

Изге Яҙма

29 Ләмәх уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине.

See the chapter Copy




Башланмыш 5:29
17 Cross References  

Ләмәхкә йөҙ ҙә һикһән ике йәш булғанда, уның улы тыуҙы.


Нух тыуғандан һуң, Ләмәх биш йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.


Раббы ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһен юҡҡа сығарҙы: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге ҡоштарға тиклем бөтә нәмә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды.


Айнығып уянғас, кесе улының ни ҡылғанын белеп, Нух


Был Миңә Нух заманындағы һымаҡ. Нух дәүерендәге туфандың һыуҙары Инде бер ваҡытта ла ер йөҙөн баҫмаясағы хаҡында Нисек ант иткән булһам, Шулай уҡ вәғәҙә бирәм: Башҡа Һиңә асыуланмам, битәрләмәм.


араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Нух, Даниил һәм Әйүп унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, хатта улар ҙа улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, тәҡүәлектәре менән бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡара алырҙар ине.


Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.


Шелах – Ҡынан улы, Ҡынан – Арпахшад улы, Арпахшад – Шем улы, Шем – Нух улы, Нух – Ләмәх улы,


Алла бар иткән бөтә нәмә мәғәнәһеҙлеккә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Әммә Алла яратҡан бөтә нәмәнең дә, фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашыуға ышанысы бар.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан.


Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.


Follow us:

Advertisements


Advertisements