1 Бына Ғаяздың, йәғни Эдомдың нәҫел шәжәрәһе.
Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!
Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.
Ғаяздың улдары: Әлифаз, Реғуил, Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах.
Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған».
Раббы Хаким былай ти: «Эдом, Йәһүҙә халҡынан үс алып, ҙур ғәйеп эшләне.
Эдомдарҙан иһә екһенмәгеҙ, сөнки улар һеҙҙең туғанығыҙ, Мысыр халҡынан да сикәнмәгеҙ, сөнки һеҙ уларҙың ерендә килмешәк булып йәшәнегеҙ.
Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды.