Biblia Todo Logo
Online Bible

- Advertisements -




Башланмыш 26:5 - Изге Яҙма

5 атайың Ибраһимдың Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.

See the chapter Copy

Башкирский ВЗ (неполный)

5 атайың Ибраһим Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.

See the chapter Copy

Изге Яҙма

5 атайың Ибраһимдың Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.

See the chapter Copy




Башланмыш 26:5
14 Cross References  

Ибрам, Раббы бойорғанса, юлға сыҡты. Лут та уның менән бергә китте. Харандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине.


Ибраһим шул көндө үк улы Исмәғилде лә, йортонда тыуған йәки һатып алынған хеҙмәтселәрҙе лә – өйөндәге бөтә ир затынан булғандарҙы сөннәткә ултыртты. Ул бөтәһен дә Алла ҡушҡанса эшләне.


Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.


– Раббы былай ти: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм –


Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Шулай итеп, Исхаҡ Герарҙа йәшәргә ҡалды.


Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.


Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.


Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара.


Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан усағына һалғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни?


Follow us:

Advertisements


Advertisements