Biblia Todo Logo
Online Bible

- Advertisements -




Башланмыш 25:3 - Изге Яҙма

3 Йоҡшандың Шева менән Дедан исемле улдары булды. Ашшурҙар, летуштар, леумдар – Дедан нәҫелдәре.

See the chapter Copy

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Йокшандың Шева менән Дедан исемле улдары булды. Ашшурҙар, летуштар, леумдар – Дедан нәҫелдәре.

See the chapter Copy

Изге Яҙма

3 Йоҡшандың Шева менән Дедан исемле улдары булды. Ашшурҙар, летуштар, леумдар – Дедан нәҫелдәре.

See the chapter Copy




Башланмыш 25:3
14 Cross References  

Унан Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдары тыуҙы.


Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре.


Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.


Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.


Тема каруансылары һыу эҙләр, Шеванан килгән сауҙагәрҙәр өмөтөн бағлар.


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Ғәрәбстан тураһында әүлиәлек. Ғәрәп шырлыҡтарында ҡунығыҙ, Эй Дедан каруандары!


Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре Ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтә Шева халҡы килер, Алтын һәм ладан килтерер, Раббыға маҡтау яуҙырыр.


Деданға, Темаға, Бузға һәм сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән бөтә халыҡтарға;


Дедан халҡы, борол да ҡас! Йәшенә һал! Сөнки Ғаяз нәҫеленә яза бирер ваҡыт етте – Уның өҫтөнә афәт ебәрәм.


Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ.


Дедандар һинең менән сауҙалашты. Яр буйҙарының күп халыҡтары алыш-биреш итте. Һинән алғандарға яуап итеп, Фил һөйәге, ҡара ағас килтерҙе.


Дедан һинең тауарҙарың өсөн Эйәр япмалары бирҙе.


Ишкәктәрең – Башан имәненән; Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән, Киттим ярҙарынан килтерелгән Кипарис ағасынан яһалған.


Follow us:

Advertisements


Advertisements