Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 4:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Ул Раббыға былай тип доға ҡылды: – Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Ул Раббыға былай тип доға ҡылды: – Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 4:2
24 Referencias Cruzadas  

Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, Ергә бөгөлгәндәрҙе турайтыр, Тәҡүәләрҙе Ул яратыр.


Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».


Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алған Һинең һымаҡ башҡа алла бармы?


Мин иҫкәрткән ул ҡәүем яуыз ҡылығын ташлаһа, Мин уларҙың башына һәләкәт килтереү ниәтемдән баш тартам.


Шунан Раббы шәфҡәтен күрһәтте, Үҙ халҡына бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты.


Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине.


Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.


Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.


Раббы кире уйланы: – Ярай, улай эшләмәм, – тине.


Арыҫланға, зәһәр йыланға баҫып үтерһең, Йәш арыҫланды, йыланды иҙә тапарһың.


Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер.


Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.


Тауҙар өҫтөнән, үҙәндәр буйлап Һин уларға тәғәйен иткән ергә аҡҡан.


Әгәр һеҙ яҡшылыҡ юлына баҫып игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ.


«Әгәр был илдә ҡалһағыҙ, һеҙҙе бында нығытырмын, ә емермәм, тамырландырырмын, ә йолҡмам, сөнки һеҙгә ебәргән афәт өсөн үкенәм.


Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios