Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 3:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Кешеләр ҙә, мал да, ҡыл туҡыма ябынып, бар көсөнә Аллаға ялбарһын. Һәр кем яман юлдан тайпылһын, золом ҡылыуҙан туҡтаһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

8 Кешеләр ҙә, мал да, ҡыл туҡыма ябынып, бар көсөнә Аллаға ялбарһын. Һәр кем яман юлдан тайпылһын, золом ҡылыуҙан туҡтаһын.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 3:8
23 Referencias Cruzadas  

Карап башлығы уның янына килеп: – Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине.


Шул саҡ улар Раббыны саҡырып: – Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине.


Улар үргән ауҙан кейем сыҡмаҫ, Ҡулдары туҡығанға төрөнә алмаҫтар. Ҡылған ғәмәлдәре – тик яуызлыҡ, Ҡулдарының эше – йәбер-золом.


«Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!»


Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?»


Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!»


Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була.


Улар һеҙгә: «Һәр берегеҙ яман юлдан, яуыз ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартығыҙ. Шул сағында Раббы һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ.


Бәлки, улар ҡолаҡ һалырҙар ҙа яман юлдарынан кире ҡайтырҙар. Ул сағында Мин дә уларҙың яуыз ғәмәлдәре өсөн бирергә ниәтләгән ҡазаны ебәреүҙән тыйылырмын.


Бәлки Йәһүҙә халҡы Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын.


Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios