Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 3:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә ҡыл туҡыма уранып көлгә ултырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

6 Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 3:6
20 Referencias Cruzadas  

Мин Аллаға, Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.


Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.


«Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».


Быны Гаҫта белдермәгеҙ, Унда һыҡтамағыҙ, һыҡтамағыҙ. Бейт-Леғафрала ҡайғынан туҙанға ятып аунағыҙ.


Баш баҫып ергә ҡапланһын – Бәлки әле өмөт барҙыр.


Ҡыл туҡымаға уранып урамдарҙа, Өй баштарында һәм майҙандарҙа һәр кем һыҡтай, Күҙ йәштәре йылға һымаҡ аға.


Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны.


Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра, Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән.


Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр.


Михаяһ уларға Барух төргәк китаптан халыҡҡа уҡыған саҡта ишеткән бөтә һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios