Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 3:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 3:10
18 Referencias Cruzadas  

Мин иҫкәрткән ул ҡәүем яуыз ҡылығын ташлаһа, Мин уларҙың башына һәләкәт килтереү ниәтемдән баш тартам.


Раббы кире уйланы: – Ярай, улай эшләмәм, – тине.


Шунан Раббы шәфҡәтен күрһәтте, Үҙ халҡына бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты.


Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине.


Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.


Ул Раббыға былай тип доға ҡылды: – Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит.


Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле!


Бәлки Йәһүҙә халҡы Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын.


«Әгәр был илдә ҡалһағыҙ, һеҙҙе бында нығытырмын, ә емермәм, тамырландырырмын, ә йолҡмам, сөнки һеҙгә ебәргән афәт өсөн үкенәм.


– Ә Мин уң ҡулын һулынан айыра белмәгән йөҙ егерме меңдән ашыу кеше менән бик күп мал-тыуар йәшәгән бөйөк ҡала Ниневены нисек йәлләмәйем?


Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.


Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, йолҡоп ташлайым, емерәм, һәләк итәм, тип әйтәм дә,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios