9 Ялған илаһтарҙы үҙ иткәндәр Үҙҙәрен һөйөүеңдән мәхрүм итә.
Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.
Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.
Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин.
Мине нисек хурлауҙарын, Мыҫҡыллаған, мәсхәрә иткәндәрен беләһең; Дошмандарымдың һәммәһе күҙ алдыңда.
Ә Исраилды Раббы ҡотҡарыр. Был ҡотолоу мәңгелеккә булыр. Быуаттар буйы Исраил хур булмаҫ, оятҡа ҡалмаҫ.
Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны.
Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес.
Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.
Йырлағыҙ Раббыға, исемен данлағыҙ, Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ!