Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Юныс 1:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Юныс 1:3
35 Referencias Cruzadas  

Ҡабил, Раббы хозурынан китеп, Ғедәндән көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты.


Ул Раббыға былай тип доға ҡылды: – Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит.


Таршишҡа күсеп китегеҙ, Эй диңгеҙ яры буйында йәшәүселәр, ҡысҡырып илағыҙ!


Тир ҡалаһы тураһында әүлиәлек. Эй Таршиш караптары, ҡысҡырып илағыҙ! Һеҙ Киттимдән ҡайтышлай ишеткән хәбәр дөрөҫ, Баш ҡалағыҙ емерелде, бер генә йорт та ҡалманы.


Һәр төрлө байлығың күп булғанға Таршиш һинең менән сауҙа итте. Тауарҙарың өсөн көмөш, Тимер, аҡ һәм ҡара ҡурғаш бирҙе.


Эй Таршиш-ҡыҙ, үҙ ереңдән Нил һымаҡ үт, Бүтән ҡаршылыҡ юҡ.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Яр буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлап тора, Таршиш караптары бында беренсе булып йөҙөп килә. Был караптар Аллаң Раббы исеме хаҡына, Исраилдың изге Аллаһы хаҡына, Алыҫтан балаларығыҙҙы алып килә, Алтын-көмөштәре менән бергә алып килә. Сөнки Ул һине, Йәрүсәлим, данға күмде.


Таршиш караптарына, бөтә матур кәмәләргә – Барыһына ла киләсәк ул көн!


Көн ҡыҙыуы һүрелгәс, улар баҡсала йөрөгән Раббы Алланың тауышын ишеттеләр ҙә, унан ҡасып, ағас араһына йәшенделәр.


Таршиштан сүкелгән көмөш, Уфаздан алтын алып киләләр. Балта оҫтаһы менән көмөшсө яһағанды Зәңгәр һәм ҡарағусҡыл ҡыҙылға кейендерәләр, Барыһы – егәрле оҫталар эше.


Диңгеҙселәрҙе ҡот осҡос дәһшәт солғап алды. Улар: – Нишләп улай иттең инде? – тинеләр, сөнки Юныс һөйләп биргәс, уның Раббы хозурынан ҡасып барғанын белгәйнеләр.


Һин иһә, эй әҙәм улы, Минең әйткәндәремде тыңла! Был фетнәсел нәҫел кеүек тиҫкәре булма. Ауыҙыңды ас, һиңә биргәнемде аша!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios