Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 3:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 3:1
33 Referencias Cruzadas  

Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.


Муса Мидйәндән ҡайныһы Реғуилдың улы Ховавҡа: – Беҙ Раббы «һеҙгә бирәм» тип вәғәҙә иткән ергә китеп барабыҙ, – тине. – Әйҙә беҙҙең менән, беҙ һиңә ҡарата яҡшы булырбыҙ, сөнки Раббы исраилдарға күп яҡшылыҡтар вәғәҙә итте.


Тотош Исраил өсөн Хорев тауында ҡолом Муса аша биргән ҡанунды, Минең ҡағиҙә һәм ҡарарҙарымды иҫегеҙҙән сығармағыҙ.


иртәгәнән һуңғаға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәгәнән һуңға бөтә халыҡтың күҙ алдына Раббы Синай тауына төшәсәк.


Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләнән йолоп алды.


Хоревта Аллаң Раббы ҡаршыһында баҫып торған көнөңдө иҫеңдән сығарма. Ул ваҡытта Раббы миңә былай тине: «Миңә халыҡты йый. Уларға һүҙҙәремде әйтеп ишеттерәйем. Ерҙә йәшәгән бөтә көндәрендә Минән ҡурҡырға өйрәнһендәр һәм балаларын да өйрәтһендәр».


– Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙгә: «Был тауҙа етерлек торҙоғоҙ! – тине. –


Муса үҙенең ярҙамсыһы Йушағ менән бергә юлға сыҡты һәм Алла тауына күтәрелде.


Муса тауға Алла хозурына күтәрелде. Раббы уға тауҙан былай тип өндәште: – Әйт Яҡуп нәҫеленә, Исраил халҡына белдер:


Алла: – Бында яҡын килмә. Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған урын – мөҡәддәс ер, – тине. Шунан Ул Мусаға:


Мидйән ҡаһинының ете ҡыҙы бар ине. Бына улар килеп ҡоҙоҡтан һыу алды ла тағараҡтарға тултырҙы – аталарының һарыҡ-кәзәләрен эсермәксе булды.


Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.


Раббы Һарунға: – Бар, сүлгә барып, Мусаны ҡаршы ал, – тине. Һарун юлға сыҡты. Алла тауы янында Мусаны осратты, уны үбеп сәләмләне.


Муса был кешелә ҡалырға булды. Тегеһе Мусаға ҡыҙы Сиппораны кәләш итеп бирҙе.


Ҡыҙҙар өйҙәренә ҡайтып кергәс, аталары Реғуил: – Ниңә бөгөн улай тиҙ ҡайттығыҙ? – тип һораны.


Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.


Муса ҡайныһы Итро янына ҡайтып: – Рөхсәт ит, мин Мысырға ҡәрҙәштәрем янына ҡайтып киләйем, иҫән-һауҙармы икән, күрәйем, – тине. – Бар, иҫән-аман йөрө, – тине Итро.


Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды.


Рефидимдан ҡуҙғалып китеп, Синай сүленә килеп туҡтаған Исраил халҡы тау ҡаршыһында туплам булып урынлашты.


Шунда, Хорев тауы итәгендә, Исраил халҡы биҙәнеү әйберҙәрен систе һәм башҡаса таҡманы.


(Сеғир тауҙары аша барғанда Хоревтан Ҡадеш-Барнеағҡа тиклем ун бер көнлөк юл.)


Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios