Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Сығыу 26:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен.

Ver Capítulo Copiar




Сығыу 26:1
29 Referencias Cruzadas  

Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә.


Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡтылар һәм оҫта итеп кируб һүрәттәре сиктеләр.


Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡ та оҫта итеп кируб һүрәттәре сик.


Ҡапҡастың ике осона, алтындан сүкеп, ике кируб эшлә.


– Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор.


Раббы уларға һәр төрлө оҫталыҡ: семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөндән һәм нәҙек етен менән сигеү, туҡыма һуғыу ҡеүәһе бирҙе.


зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә мамығы,


Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен.


зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә ҡылы,


Һәр шаршауҙың буйы егерме һигеҙ, иңе дүрт терһәк булһын. Бөтә шаршауҙар ҙа бер үлсәмдә булырға тейеш.


Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм өҫкө ябыуын; ҡаптырмаһын, рамдарын һәм һайғауҙарын, бағаналарын һәм төптәрен;


Осрашыу сатыры, уның өҫкө япмалары, инә торған урындағы ҡорма һәм сатыр менән ҡорбан усағын уратҡан ихатаның шаршауҙары, ихатаға инә торған урындағы ҡорма, бауҙар, шулай уҡ барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт Гершон улдары яуаплылығына тапшырыла.


Изге сатырҙы, Килешеү һандығын, һандыҡ ҡапҡасын һәм сатырҙың бөтә кәрәк-ярағын,


Бының өсөн алтынды ҡалай һымаҡ итеп йәйҙеләр ҙә еп итеп ҡырҡтылар һәм шуны зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә ҡуштылар.


улар сатырҙың шаршауҙарын, Осрашыу сатырын, уның япмаһын, өҫкө йоҡа итеп эшкәртелгән күн япманы, сатырға инә торған урындағы ҡорманы,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios