Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 7:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе хәйлә менән эш итә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.

Ver Capítulo Copiar




Миха 7:3
26 Referencias Cruzadas  

Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә. Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә, Хөкөмдә, ситкәрәк этәһегеҙ.


Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Харам юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Саҡ айный башланылармы, фәхешкә тотоналар, Уларҙың түрәләре аҙғынлыҡты ярата.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Һиндәге Исраил хакимдары үҙҙәренең көсөн файҙаланып ҡан түкте.


Шулай Ул һәр ваҡыт асыулы булырмы? Ярһыуын мәңгегә онотмаҫмы?“ – тип әйтәһең. Үҙең иһә һаман яуызлыҡ ҡылаһың».


Сөнки донъяла йәшәгәндәрҙе Енәйәттәренә күрә язаларға Бына, Раббы Үҙенең торлағынан сыға. Шул саҡ ер үҙенә түгелгән ҡандарҙы күрһәтәсәк, Үлтерелгәндәрҙе башҡаса йәшермәйәсәк.


Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.


Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала.


Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр, Һәр кем яҡынына дошман булыр, Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр, Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер.


Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала!


Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор.


– Исраил һәм Йәһүҙә йортоноң гонаһы ифрат ҙур, – тине Ул миңә. – Был ер ҡанға батҡан, ҡала ғәҙелһеҙлек менән тулы. Улар: «Раббы был илде ташланы, Раббы күрмәй», – тиҙәр.


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Батшаны – яуызлыҡтары, Түрәләрен ялған менән ҡыуандыралар.


Ләкин һуңғы ваҡыттарҙа Минең халҡым Үҙемә дошман булды: Дошманлашыу уйында ла булмаған, Тыныс ҡына йөрөп ятҡан кешеләрҙең Кейемдәрен талап алаһығыҙ.


Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.


Күҙен ҡыҫҡан – яман ниәт ҡора, иренен ҡымтыған – яуызлыҡ ҡыла.


«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».


Бөтә хәлһеҙ ҡуйҙарҙы төрткөләп сығарғанға тиклем ҡабырғағыҙ һәм яурынығыҙ менән этеп, мөгөҙҙәрегеҙ менән төкөгәнегеҙ өсөн


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios