Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 4:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр; Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.

Ver Capítulo Copiar




Миха 4:4
25 Referencias Cruzadas  

Ул көндө һәр берегеҙ үҙенең яҡынын йөҙөм, инжир ағастары аҫтында бергәләшеп ултырырға саҡырыр», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын онотасаҡтар.


Әммә, киреләнеп, баш тартһағыҙ, Һеҙҙе ҡылыс ашап бөтөрәсәк». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.


Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың, Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың. Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ.


Бүтәнсә улар ҡәүемдәргә яумал, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек булмаясаҡ. Хәүефһеҙ йәшәйәсәктәр, уларҙы бер кем ҡурҡытмаясаҡ.


Раббы һинең ҡыуанысың булыр. Ул саҡта Мин һине ер йөҙөнөң Бейек түбәләренә атландырырмын, Атаң Яҡуптың биләмәһенән туйындырырмын». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.


Шул саҡ Раббының шөһрәте асылыр, Бөтә йән эйәләре берлектә уны күрер. Раббы үҙ ауыҙы менән шулай тине».


әйтәсәкһең: „Диуарҙар менән уратып алынмаған ауылдарлы илгә, бер хәүефһеҙ рәхәт йәшәгән кешеләргә ҡаршы барайым. Уларҙың диуарҙары ла, ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ.


Улар менән именлек килешеүе төҙөйәсәкмен, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итәсәкмен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар.


Йә Раббы, бәләгә ҡалғас, Һине эҙләнеләр; Язаң өҫтәрендә булған саҡта Хәсрәтләнеп доғаларын бышылданылар.


Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.


Яуыздарҙың муллыҡта йәшәүен күреп, Мин ул хаяһыҙҙарға көнләшеп ҡарағайным.


Ғароғер ҡалалары ташландыҡ ҡалыр. Унда көтөү-көтөү малдар ятыр. Уларҙы өркөтөр кеше булмаҫ.


– Ә ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – ҡаты урынға ҡағылған ҡаҙаҡ урынынан ҡутарылып сығасаҡ, йығыласаҡ, уға аҫылған йөк тә юҡ буласаҡ. Был – Раббы һүҙе.


Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.


«Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Исраил, һин хәүефләнмә, – тип белдерә Раббы. – Мин һине йыраҡ ерҙәрҙән, Нәҫелеңде әсирҙә булған илдән ҡотҡарам. Кире ҡайтыр Яҡуп, именлектә рәхәт йәшәр, Инде уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.


Көтмәгәндә килер афәттәрҙән яуыз бәндәләргә килгән бәләләрҙән ҡурҡма,


Хаҡлыҡтың емеше – именлек, Нәтижәһе мәңгелек тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек булыр.


Уларға хәстәрлекле көтөүселәр ҡуйырмын. Башҡаса улар ҡурҡмаҫ, өркмәҫ һәм юғалмаҫ, – тип белдерә Раббы. –


Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға Һәм исраилдар янына барлыҡ туғандары Әйләнеп ҡайтҡанға тиклем Раббы исраилдарҙы дошман ҡулына тапшырыр.


Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios