Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 4:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.

Ver Capítulo Copiar




Миха 4:2
35 Referencias Cruzadas  

Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона менәйек, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


Шундай көн килер: Әфраим таулығында һаҡсылар: „Тороғоҙ, әйҙә, Сионға менәйек, Үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға барайыҡ!“ – тип ҡысҡырыр».


Бөтә балаларыңды Мин Раббы өйрәтәсәкмен, Улар камил бер именлек эсендә йәшәр.


Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.


Йәрүсәлимгә һөжүм иткән ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр һәм Ҡыуыш байрамын билдәләр өсөн йыл һайын Йәрүсәлимгә килер.


Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ.


Ул көндө бик күп халыҡтар Мин, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр». Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Уның килеүе көн һайын таң атҡан һымаҡ уҡ ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».


Раббы ғәмәлдәре бөйөк, Уларға һоҡланғандар төшөнә.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Хәсрәтле сағымда Раббыға ялбарҙым; Ул миңә яуап ҡайтарҙы.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде мин төбәйем Һиңә, Эй Күктәрҙе төйәк иткән!


Изге тауыма алып килермен, Доға йортомда ҡыуандырырмын; Тотош яндырыу ҡорбандарын, Бөтә ҡорбандарын хуш күрермен. Минең йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталыр».


Аллаң Раббы беҙгә ҡайһы юлдан китергә, нимә эшләргә кәрәклеген белдерһен ине.


Әфраимдың яу арбаларын, Йәрүсәлимдең аттарын юҡ итермен. Һуғыш йәйәләре һыныр. Батша халыҡтарға тыныслыҡ иғлан итер; Хакимлығы бер диңгеҙҙән икенсе диңгеҙгә, Евфраттан ер сигенә тиклем йәйрәп ятыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios