Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 3:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.

Ver Capítulo Copiar




Миха 3:2
32 Referencias Cruzadas  

Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Ҡанун боҙғандар – яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар – уларға ҡаршы сыға.


Эй Алла, доғамды тыңлаһана, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.


Ни хаҡығыҙ менән халҡымды иҙәһегеҙ, Фәҡирҙәрҙе ҡыйырһытаһығыҙ?» Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы белдерә быны.


Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


Эс майы менән туйынаһығыҙ, йөндән кейенәһегеҙ, ҡуйҙарҙың иң һимеҙен һуяһығыҙ, ә малдарҙы ҡайғыртмайһығыҙ.


Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.


Һүҙҙә генә тоғро булғанығыҙҙы, Ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе асасаҡмын, Уларҙың һеҙгә файҙаһы булмаҫ.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Был ҡала ысынлап та ҡаҙан һымаҡ. Әммә ит – һеҙ үлтереп уға һалған кешеләрҙең мәйеттәре. Мин һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарасаҡмын.


Ит һал, иң һәйбәт өлөшөн: Бото менән ҡалаҡ һөйәген; Бай һөйәктәрен тултыр.


Ләкин һуңғы ваҡыттарҙа Минең халҡым Үҙемә дошман булды: Дошманлашыу уйында ла булмаған, Тыныс ҡына йөрөп ятҡан кешеләрҙең Кейемдәрен талап алаһығыҙ.


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе хәйлә менән эш итә.


Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәрҙең, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәрҙең, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы!


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хак хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios