Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 3:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа, тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын?

Ver Capítulo Copiar




Миха 3:1
21 Referencias Cruzadas  

Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Аҙғынды кире ҡаҡҡан, Раббынан ҡурҡҡанды хөрмәт иткән, Үҙе зыян күргәндә лә Биргән антында ныҡ торған;


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙа халыҡҡа ғәҙел хөкөм ҡылһындар өсөн һәр ырыуға хөкөмдарҙар һәм етәкселәр тәғәйенләгеҙ.


– Исраил һәм Йәһүҙә йортоноң гонаһы ифрат ҙур, – тине Ул миңә. – Был ер ҡанға батҡан, ҡала ғәҙелһеҙлек менән тулы. Улар: «Раббы был илде ташланы, Раббы күрмәй», – тиҙәр.


– Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни?


Шул саҡ ҡаршылыҡтар емереүсе Үҙенең халҡы алдынан барыр. Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр, Батшалары Алла Үҙе алдан атлар, Раббы юл башлаусы булыр».


Һиндәге Исраил хакимдары үҙҙәренең көсөн файҙаланып ҡан түкте.


Эс майы менән туйынаһығыҙ, йөндән кейенәһегеҙ, ҡуйҙарҙың иң һимеҙен һуяһығыҙ, ә малдарҙы ҡайғыртмайһығыҙ.


Ҡайғы һеҙгә Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios