Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 2:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай, – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә.

Ver Capítulo Copiar




Миха 2:2
28 Referencias Cruzadas  

Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың, Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы! Инде башҡаларға урын ҡалмай бара! Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме?


Өлөшһөҙҙәрҙе ҡыҫырыҡлаған, Илдәге ярлыларҙың башын ашағандар, тыңлағыҙ!


Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың».


Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа,


Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Яҡыныңдың өйөн көҫәмә, уның ҡатынын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә.


– Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр!


Бына, Мин һин нахаҡ юл менән табыш алған, һинең эсеңдә ҡан түгелгән өсөн асыу менән усымды усыма һуғам.


Ҡылысығыҙға арҡаланаһығыҙ, ерәнгес эштәр ҡылаһығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡатынын нәжесләйһегеҙ. Шунан һуң да был ерҙе биләмә итеп алмаҡсыһығыҙмы?»


Хаким халыҡты биләмәләренән ҡыуып сығарып, уларҙың ерҙәрен үҙенә ала алмай. Улдарына бары тик үҙенең биләмәһен генә мираҫ итеп бирә ала. Халҡымдан бер кем дә үҙенең биләмәһенән ҡыуып сығарылырға тейеш түгел».


Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар.


Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.


Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы – ярлыларҙан талап алған мал.


Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios