Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 2:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Түшәктә ятҡан килеш яманлыҡ уйлап, Яуызлыҡ ниәтләгәндәрҙең башына ҡайғы! Таң һыҙылыу менән залимлыҡтарын ҡылырҙар, Сөнки уларҙың быға көстәре етә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Түшәктә ятҡан килеш яманлыҡ уйлап, Яуызлыҡ ниәтләгәндәрҙең башына ҡайғы! Таң һыҙылыу менән залимлыҡтарын ҡылырҙар, Сөнки уларҙың быға көстәре етә.

Ver Capítulo Copiar




Миха 2:1
40 Referencias Cruzadas  

Раббы һинең ҡыуанысың булһын – Ул һиңә йәнең ни теләй, шуны бирер.


Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор.


Эй Ниневе, Раббыға ҡаршы золом уйлаған, Мәкер йөрөткән кеше һинән сыҡты.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Сөнки ҡулдарығыҙ – ҡанға, Бармаҡтарығыҙ ғәйеп ғәмәлдәргә нәжесләнгән. Ауыҙығыҙ ялған һөйләй, Телегеҙҙән алдаҡ түгелә.


Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай, берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса.


Ҡулыңдан яҡшылыҡ килә икән, мохтаждарға игелек ҡыл.


Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!» – тине.


Улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы күҙ алдығыҙҙа башҡа халыҡтар араһына ҡыуырҙар. Уларҙы көтөп, күҙҙәрегеҙ талыр, әммә ярҙам итергә хәлең булмаҫ.


Күңеле яҡшыны Раббы хуп күрер, мәкерле кеше Уның хөкөмөнә тарыр.


Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, былар яуыз эштәр ниәтләгән һәм ҡалаға насар кәңәш биргән кешеләр, – тине. –


Яуызлыҡ ниәтләгән юлдан аҙашмаҫмы? Ә һөйөү һәм тоғролоҡ яҡшы ниәтлеләр менән булыр.


Сөнки рәхимһеҙҙәрҙең ахыры килер, Хурлаусылар юҡҡа сығыр, Яуызлыҡ ҡылырға әҙер торғандар ҡырылыр.


Ҡылысығыҙға арҡаланаһығыҙ, ерәнгес эштәр ҡылаһығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡатынын нәжесләйһегеҙ. Шунан һуң да был ерҙе биләмә итеп алмаҡсыһығыҙмы?»


Раббы Хаким былай ти: «Ул көндө башыңа бик күп уйҙар киләсәк һәм һин яуыз ниәт ҡороп


Хаким халыҡты биләмәләренән ҡыуып сығарып, уларҙың ерҙәрен үҙенә ала алмай. Улдарына бары тик үҙенең биләмәһен генә мираҫ итеп бирә ала. Халҡымдан бер кем дә үҙенең биләмәһенән ҡыуып сығарылырға тейеш түгел».


Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә.


Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде.


Тормош юлыңды Раббыға тапшыр, Уға ышан – барыһын да ғәмәл ҡылыр.


Азат ит мине яуызлыҡ ҡылғандарҙан, Ҡан түгеүселәрҙең ҡулынан йолоп ал.


Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы – ярлыларҙан талап алған мал.


Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың, Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы! Инде башҡаларға урын ҡалмай бара! Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios