Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 1:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Һын-боттары ватып ырғытылыр, Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр, Бөтә боттарын юҡҡа сығарам! Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре Фәхишәләргә түләргә тотонолор!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Һын-боттары ватып ырғытылыр, Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр, Бөтә боттарын юҡҡа сығарам! Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре Фәхишәләргә түләргә тотонолор!»

Ver Capítulo Copiar




Миха 1:7
22 Referencias Cruzadas  

Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес.


Ул йөҙөм баҡсалары, инжир ағастары хаҡында: „Былар – уйнаштарым түләгән хаҡ“, – тип маҡтана. Баҡсаларын ташландыҡҡа, шырлыҡҡа әйләндерәм; Ҡырағай януарҙарға ем буласаҡтар.


Был бот – Исраилдың эше, Уны һөнәрсе яһаған, Ул – Алла түгел! Самарияның башмағы селпәрәмә ватылыр!


Улар халҡымды йәрәбә ташлап бүлделәр, Ир балаларҙы фәхишәгә хаҡ итеп бирҙеләр, Шарап өсөн ҡыҙҙарҙы һаттылар.


Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.


Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.


Ә яһаған гонаһ әйберегеҙҙе – һеҙ ҡойоп яһаған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙым, уны ваттым да, туҙанға әйләнгәнсе онтаным. Шунан ул саңды тауҙан сыҡҡан ағын һыуға һиптем.


Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын.


Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ.


Етмеш йыл үткәс, Раббы Тир хаҡында хәстәрлек күрер: ҡала тағы сауҙаға тотонор, донъялағы бөтә батшалыҡтар менән фәхешлек итә башлар.


Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ҡалалар харабаға әйләнер, табыныу ҡалҡыулыҡтары емерелер, шунлыҡтан ҡорбан усаҡтарығыҙ боҙолор, боттарығыҙ ватылыр һәм юҡ ителер, хуш еҫ төтәтә торған усаҡтарығыҙ селпәрәмә килер, үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән бөтә нәмәләрегеҙ юҡҡа сығыр.


Инде Мин уны, әүрәтеп, сүлгә алып китермен дә, Күңеленә үтерлек һүҙҙәр һөйләрмен.


Эй Самария, башмаҡ һының инҡар ителде! Асыу-ярһыуым уларға ҡаршы ялҡынланды – Улар бер саҡ таҙарына алырҙармы?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios