Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Миха 1:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙарҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды.

Ver Capítulo Copiar




Миха 1:1
27 Referencias Cruzadas  

– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны, – тинеләр. – Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне.


Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.


Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды.


Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.


Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни?


Ҡайғы һеҙгә Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».


Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәргә күренмеш аша бирелгән әүлиәлек.


Ғуззияһтан тыуған Йоҫамдың улы Ахаз Йәһүҙәгә батшалыҡ иткән осорҙа Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Ремалъяһ улы Пеках Йәрүсәлимгә һөжүм иттеләр, әммә ҡаланы ҡулға төшөрә алманылар.


Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп,


Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios