Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 9:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, Һинең бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 9:5
31 Referencias Cruzadas  

Ләкин атайҙарығыҙ заманынан алып Ҡағиҙәләремдән тайпылдығыҙ, Уларҙы ғәмәлгә ашырманығыҙ. Миңә кире ҡайтығыҙ – Мин дә һеҙгә ҡайтырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әммә һеҙ: „Нисек беҙгә кире ҡайтырға?“ – тинегеҙ.


Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт беҙҙең башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ.


Эй Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ.


Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.


Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.


Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине, ситкә боролған фәхеш йөрәктәре һәм боттарға текләгән аҙғын күҙҙәре нисек итеп Мине хәсрәткә батырғанын иҫтәренә төшөрөр. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм


Сиккән михнәттәремде күрһәңсе, Раббым. Эсем яна, йөрәгем ҡанһырай, Сөнки мин үтә фетнәсел булдым. Ана, тышта ҡылыс ҡыра, Өй эсендә әжәл хөкөм һөрә.


Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Әйҙә оятҡа батып ятайыҡ, Хурлығыбыҙ беҙгә юрған булһын. Сөнки беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа Йәш сағыбыҙҙан әлегә саҡлы Аллабыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, Аллабыҙ Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалманыҡ».


Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Йәһүҙә кешеләре ҡылған яуызлыҡтар өсөн булды был. Улар үҙҙәре лә, һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, уларға хеҙмәт итеп, Мине асыуландырҙылар.


«Раббы хаҡлы, – ти Йәрүсәлим. – Мин бит Уның әйткәненә ҡаршы килдем. Инде тыңлағыҙ, халыҡтар, Минең ғазабымды күрегеҙ – Еткән ҡыҙҙарым, егеттәрем әсиргә китте.


Беҙ гонаһ ҡылдыҡ һәм баш күтәрҙек, Һин беҙҙе ғәфү итмәнең!


Хаким Аллабыҙ, беҙ Уға ҡаршы баш күтәргән булһаҡ та, Ул гонаһтарҙы ғәфү итеүсе һәм рәхимле.


Үҙенә өмөт бағлағандарға Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә. Борондан бирле Һинән башҡаны Һис бер күҙҙең күргәне, Һис берәүҙең ишеткәне, Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы.


Ҡылған енәйәттәребеҙҙе, Ата-бабаларҙың ғәйептәрен Беҙ таныйбыҙ, Раббы, – Һинең алда гонаһлыбыҙ!


Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.


Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios