Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 9:24 - Башкирский ВЗ (неполный)

24 Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 9:24
50 Referencias Cruzadas  

Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Ул ерҙе ҡырҡ көн ҡарап йөрөнөгөҙ, бер көнгә бер йыл хисабынан гонаһтарығыҙ өсөн ҡырҡ йыл яза күрерһегеҙ. Минең һеҙҙән баш тартыуымдың ни икәнен шунда аңларһығыҙ.


Ете йыл һайын ҡабатланған Шәмбе йылдарының ете тапҡыр үткәнен һанағыҙ – йәмғеһе ҡырҡ туғыҙ йыл булыр.


Раббы былай ти: «Ғәҙел хөкөм, тоғро ғәмәлдәр ҡылығыҙ, Оҙаҡламай Мин ҡотолоу ебәрермен, Хаҡ булыуым тиҙҙән асыласаҡ.


Күҙегеҙҙе күтәреп күккә ҡарағыҙ, Аҫҡа – ер йөҙөнә күҙ һалығыҙ: Күктәр төтөн кеүек тараласаҡ, Ер йөҙө кейем һымаҡ туҙасаҡ; Унда йәшәгәндәр себендәй ҡырыласаҡ, Әммә Минең ҡотҡарыуым мәңгелек буласаҡ, Хаҡлығымлың сиге булмаясаҡ.


Әйтер: «Мин Сионға, Үҙемдең изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Сөнки улар көйә ашаған кейем, Ҡорт төшкән йөн һымаҡ булыр. Ә Минең хаҡлығым мәңге ҡалыр, Ҡотҡарыуым быуындан-быуынға дауам итер».


Ҡәүемдәр шаулашыр, батшалыҡтар тетрәнер, Алла тауышын яңғыратыр ҙа ер иреп киткәндәй булыр.


Билдәләнгән ваҡыт тулғандан һуң, уң яғыңа әйләнеп ят, Йәһүҙә халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәр. Һинең өсөн ҡырҡ көн – һәр йыл өсөн берәр көн билдәләнем.


– Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Һин камиллыҡтың мөһөрө, Аҡылдың бөтөнлөгө, Гүзәллектең тажы инең.


Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Әммә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер.


Муса үгеҙҙе салып, ҡанын алды ла бармағы менән ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һәр яҡлап һөртөп, ҡорбан усағын пакланы. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте һәм нәжеслектән арындырып уны шул рәүешле изгеләндерҙе.


Уларҙың гонаһ ҡылған йылдарының һанына күрә Мин һиңә көндәр билдәләнем. Һин өс йөҙ туҡһан көн буйы Исраил халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең.


– Былар бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.


Ер йөҙөндә ғәҙеллек урынлаштырғанға тиклем Һүнмәҫ тә, һынмаҫ та ул. Алыҫ ярҙар уның нәсихәтен көтә».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios