Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 9:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Хакимым, ишет! Хакимым, кисер! Хакимым, ҡолаҡ һал! Беҙҙең үтенесебеҙҙе үтә, кисекмә – Үҙең хаҡына, Аллам минең, сөнки был Һинең исемеңде йөрөткән Үҙеңдең ҡалаң һәм Үҙ халҡың.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Бөйөк Хакимым, ишет! Бөйөк Хакимым, кисер! Бөйөк Хакимым, ҡолаҡ һал! Беҙҙең үтенесебеҙҙе үтә, кисекмә – Үҙең хаҡына, Аллам минең, сөнки был – Һинең исемеңде йөрөткән Үҙеңдең ҡалаң һәм Үҙ халҡың.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 9:19
32 Referencias Cruzadas  

Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ.


Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.


Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе.


Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Мысырҙан ошонда еткәнсе был халыҡты нисек ғәфү итә килһәң, хәҙер ҙә Үҙеңдең бөйөк мөхәббәтең хаҡына уларҙың гонаһын ярлыҡа!


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡыласаҡмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙакәрҙәрсә яҡлаясаҡмын.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләйәсәкмен.


Әммә ҡулымды тыйҙым. Исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр алдында исемем хаҡына, исемем хурлыҡҡа ҡалмаһын өсөн Мин быны эшләмәнем.


Әммә исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр күҙендә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, исемемә тап төшмәһен өсөн улай эшләмәнем.


Әммә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, улар араларында йәшәгән ҡәүемдәр алдында исемемә тап төшмәһен өсөн быны эшләмәнем. Сөнки исраилдарҙы уларҙың күҙе алдында Мысырҙан алып сыҡҡан сағымда Үҙемде танытҡайным.


Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Минең исемемде әйтеп, улар ошолай тип саҡырһындар. Шунда Мин исраилдарға фатихамды бирермен.


Исемем менән саҡырған һәр кешене, Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан, Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән Һәр кешене кире килтер!“ – тиермен.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios