Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 8:27 - Башкирский ВЗ (неполный)

27 Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 8:27
12 Referencias Cruzadas  

Ошо урында хикәйәт тамам. Мине, Даниилды, ҡурҡыу солғап алды, йөҙөм ҡараңғыланып китте. Мин быларҙың бөтәһен дә күңелемә һалып ҡуйҙым.


Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.


Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин ауыҙымды асып алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.


Мин бер үҙем ҡалдым һәм был бөйөк күренмеште бер үҙем күрҙем. Минең хәлем бөттө, быуындарым йомшарҙы, бәлтерәп төштөм.


Мин уның һарыҡ тәкәһенә яҡынайғанын, ярһып уға ташланғанын һәм һөҙөп уның ике мөгөҙөн дә һындырғанын күрҙем. Һарыҡ тәкәһе уның алдында тороп сыҙай алманы: кәзә тәкәһе уны йығып тапай башланы – һарыҡ тәкәһен ҡотҡарырҙай һис кем юҡ ине.


Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.


Һиндә илаһи рух, ҙур ғилем, яҡты аҡыл һәм ғәжәйеп зирәклеккә эйәһең, тип ишеткәйнем.


ул һин ул, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.


Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios