Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 8:24 - Башкирский ВЗ (неполный)

24 Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡос емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 8:24
15 Referencias Cruzadas  

Көн дә килтерелә торған ҡорбандар артынса ғәскәр ҙә хурлыҡҡа дусар ителде. Ул хәҡиҡәтте ергә ауҙарҙы; үҙ ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙанды.


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.


Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.


Ул күк көстәренә тиклем үҫеп етеп, уларҙың бер өлөшөн һәм йондоҙҙарҙың бер өлөшөн ергә ауҙарҙы һәм уларҙы тапап ташланы.


Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.


Был батшалыҡтарҙың ахырында, Ҡылған золомдары хаттин ашҡас, Оятһыҙ ҡарашлы, мәкергә оҫта батша тәхеткә ултырыр.


Килешеү төҙөшөп, ул мәкер ҡылыр. Кешеһе уның аҙ булыр, ләкин ул көс йыйыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios