Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 8:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 8:17
27 Referencias Cruzadas  

– Хәҙер мин һиңә асыу көндәренең ахырында, ваҡыттарҙың аҙағында ни булырын әйтәсәкмен, – тине. –


Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.


Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.


Ә һин аҙаҡҡа тиклем үҙ юлың менән бар. Был донъянан китеп ахыр заманаларҙа ҡабат терелгәс, насибыңды алырһың.


Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән, ҡойон һымаҡ, ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер,


Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп йөҙтүбән ергә ҡапландым, мин бер тауыш ишеттем.


Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин ауыҙымды асып алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.


Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым.


Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Һин доға ҡыла башлау менән, һиңә яуап бирелде, һәм мин уны һиңә еткерер өсөн килдем, сөнки һин – Алланың һөйөклөһө. Һин был хәбәрҙе аңла һәм күренмештең асылына төшөн.


Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды,


Шул саҡ Навуходоносор батша Даниил алдына йөҙтүбән ҡапланды, уға баш эйҙе, шунан бүләктәр килтерергә һәм хуш еҫле төтәткестәр көйрәтергә бойорҙо.


– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Исраил тауҙарына табан бор ҙа уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт:


Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


Шунан ул кеше мине төньяҡ ҡапҡа аша ҡорам алдына алып барҙы. Ҡараһам, Раббының шөһрәте ҡорамды тултырғанын күрҙем! Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Мин, шунда баҫып торған берәү эргәһенә килеп, унан был хәлдәрҙең нимә аңлатҡанын һораным. Ул мин күргәндәрҙең асылын төшөндөрөп былай тине:


Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.


Ул миңә: – Эй әҙәм улы, аяғыңа баҫ, Мин һинең менән һөйләшәсәкмен! – тине.


Әлеге ике батша, мәкер уйлап, бер өҫтәл артына ултырыр һәм бер-береһенә ялған һүҙҙәр һөйләр, ләкин бер нәмә лә барып сыҡмаҫ, сөнки алдан билдәләп ҡуйылған ахыр сәғәте килеп етмәгән әле.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios