Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 8:15 - Башкирский ВЗ (неполный)

15 Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып, башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды,

Ver Capítulo Copiar




Даниил 8:15
22 Referencias Cruzadas  

Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин ауыҙымды асып алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.


Теге кешегә оҡшаған зат миңә йәнә ҡағылып көс бирҙе.


Мин тыңланым, ләкин аңламаным. Шуға ла: – Хакимым, нимә менән бөтәсәк һуң былар? – тип һораным.


Ҡарағайным – күрәм: етен кейем кейгән, билен Уфаз алтынан яһалған билбау менән быуған бер зат тора.


Ошо урында хикәйәт тамам. Мине, Даниилды, ҡурҡыу солғап алды, йөҙөм ҡараңғыланып китте. Мин быларҙың бөтәһен дә күңелемә һалып ҡуйҙым.


Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе.


– Хәҙер мин һиңә асыу көндәренең ахырында, ваҡыттарҙың аҙағында ни булырын әйтәсәкмен, – тине. –


«Хакимым, был нимәне аңлата?» – тип һораным. Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Һиңә уларҙың нимә аңлатҡанын күрһәтермен», – тип яуапланы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios