Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 8:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Тегеһе: – Ике мең дә өс йөҙ тапҡыр кистәр етеп таңдар атҡансы. Шунан Изге торлаҡ үҙенең асылдағы хәленә ҡайтарыласаҡ, – тип яуап бирҙе.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Тегеһе: – Ике мең дә өс йөҙ тапҡыр кистәр етеп таңдар атҡансы. Шунан Изге торлаҡ үҙенең асылдағы хәленә ҡайтарыласаҡ, – тип яуап бирҙе.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 8:14
14 Referencias Cruzadas  

Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.


Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.


Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер.


Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!


Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул алыҫ киләсәк хаҡында.


Сион – ғәҙеллек аша йолоп алыныр, Тәүбәгә килгән халҡы хаҡлыҡ менән ҡотолор.


Алла яҡтылыҡты «көн», ә ҡараңғылыҡты «төн» тип атаны. Кис булды, таң атты – беренсе көн булды.


Көтә белеп, бер мең дә өс йөҙ ҙә утыҙ биш көндөң үткәнен көтөп алғандар бәхетле булыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios