Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 8:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?

Ver Capítulo Copiar




Даниил 8:13
38 Referencias Cruzadas  

Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Уның ғәскәрҙәре килеп Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.


Кеше аҡылы унан алынһын, Хайуан аҡылы бирелһен уға, Ана шул хәлдә ете мөҙҙәт үтһен.


Һинең халҡың аҙ ваҡытҡа ғына Изге торлағыңа хужа булды, Инде уны дошмандарыбыҙ Уны аяҡ аҫтарына һалды.


Мин һораным: – Эй Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.


Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың?


Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.


Үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән: – Был нимә? – тип һораным. – Былар – Йәһүҙә, Исраил һәм Йәрүсәлим халыҡтарын һөҙөп таратҡан мөгөҙҙәр, – тип яуап бирҙе ул.


Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер.


Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине: «Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр.


Мин, шунда баҫып торған берәү эргәһенә килеп, унан был хәлдәрҙең нимә аңлатҡанын һораным. Ул мин күргәндәрҙең асылын төшөндөрөп былай тине:


Әммә ағастың төпһәһе менән тамырҙарын ҡалдырырға ҡушылған – тимәк, һин бөтә хакимлыҡтың Күктәрҙән булыуын аңлағас, батшалығың һиңә ҡайтарып бирелер.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Ғазап туҫтағы Раббы ҡулында, Ул ҡайнап торған, тәмләткестәр ҡушылған шарапҡа тулы. Раббы шарапты ҡойор, Ер йөҙөндәге барлыҡ залимдар Төпрәһенә тиклем эсеп ҡуйыр.


Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.


Мин иһә мәңге Яҡуп Аллаһы хаҡында һөйләрмен, Уға маҡтау йырлармын.


Үлем менән килешеүегеҙ боҙолор, Үлектәр донъяһы менән ҡуйышҡан һүҙегеҙ емерелер. Һәләкәтле ташҡын аша үтер, һеҙҙе бәреп йығыр:


Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте, Биләмәмде тапап бөттө, Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе.


Мин тыңланым, ләкин аңламаным. Шуға ла: – Хакимым, нимә менән бөтәсәк һуң былар? – тип һораным.


Йәнә түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, төшөмдә бына ни күрҙем: күктән мөҡәддәс бер күҙәтеүсе фәрештә килеп төштө лә


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios