Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 8:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Ул күк көстәренә тиклем үҫеп етеп, уларҙың бер өлөшөн һәм йондоҙҙарҙың бер өлөшөн ергә ауҙарҙы һәм уларҙы тапап ташланы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

10 Ул, күк көстәренә тиклем үҫеп етеп, уларҙың бер өлөшөн һәм йондоҙҙарҙың бер өлөшөн ергә ауҙарҙы һәм уларҙы тапап ташланы.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 8:10
9 Referencias Cruzadas  

Эсеңдән әйткән инең: „Күккә ашырмын, Тәхетемде Алланың йондоҙҙарынан да юғарыраҡ ҡуйырмын, Алыҫ төньяҡта, илаһтар йыйылған тауҙа ултырырмын,


Мин уның һарыҡ тәкәһенә яҡынайғанын, ярһып уға ташланғанын һәм һөҙөп уның ике мөгөҙөн дә һындырғанын күрҙем. Һарыҡ тәкәһе уның алдында тороп сыҙай алманы: кәзә тәкәһе уны йығып тапай башланы – һарыҡ тәкәһен ҡотҡарырҙай һис кем юҡ ине.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


Төньяҡ батша бай табыш менән ҡайтып китер һәм Изге килешеүгә ҡул һуҙмаҡ булыр, бының өсөн ғәмәлдәр ҡылыр. Шунан ул иленә ҡайтыр.


Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер.


Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios