Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 7:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Тәүгеһе арыҫланға оҡшағайны, бөркөттөкө кеүек, ҡанаттары бар ине. Шунан мин күрҙем: уның ҡанаттары йолҡондо, кеше һымаҡ ике аяғына торғоҙоп баҫтырылды һәм уға әҙәм йөрәге бирелде.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Тәүгеһе арыҫланға оҡшағайны, бөркөттөкө кеүек, ҡанаттары бар ине. Шунан мин күрҙем: уның ҡанаттары йолҡондо, кеше һымаҡ ике аяғына торғоҙоп баҫтырылды һәм уға әҙәм йөрәге бирелде.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 7:4
27 Referencias Cruzadas  

Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә,


Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында „Мин – алла“, – тип әйтерһеңме? Һине үлтергәндәрҙең ҡулында Һин – алла түгел, әҙәмһең.


– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.


Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп сүлдә һағалап торҙолар.


Раббы былай ти: «Ҡара, дошман бөркөт кеүек осоп Моав өҫтөндә ҡанатын кирер.


Өңөн ташлап сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Ул! Баҫҡынсының ярһыуынан, Раббының аяуһыҙ асыуынан Уларҙың ере сүлгә әйләнде.


Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ!


Ҡалҡ, Раббы! Әҙәм заты өҫтөн сыҡмаһын Ҡәүемдәргә хозурыңда хөкөм ҡылынһын!


Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.


Тағы ла күрҙем: икенсе януар айыуға оҡшағайны. Ул бер яғында ҡырын ята ине. Уның ауыҙында тештәре араһында өс ҡабырға һөйәге тарбайып күренә. Уға: «Тор ҙа күп итеп ит аша!» – тип әйтелде.


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?


Ул ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, кешеләрҙе, ҡырағай йәнлектәрҙе, осар ҡоштарҙы һинең ҡулыңа тапшырған һәм һине уларға хаким итеп ҡуйған. Алтын баш – һин үҙең!


Ҡалған януарҙарҙан да хакимлыҡ алынды, ләкин мөҙҙәт еткәнгә тиклем ғүмерҙәре һаҡланды.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios