Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 7:24 - Башкирский ВЗ (неполный)

24 Ә ун мөгөҙ түбәндәгене белдерә: был батшалыҡта ун батша күтәрелеп сығыр, шунан элеккеләренә оҡшамаған йәнә бер батша пәйҙә булып, ул тегеләр араһынан өс батшаны ҡолатыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

24 Ә ун мөгөҙ түбәндәгене белдерә: был батшалыҡта ун батша күтәрелеп сығыр, шунан элеккеләренә оҡшамаған йәнә бер батша пәйҙә булып, ул тегеләр араһынан өс батшаны ҡолатыр.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 7:24
13 Referencias Cruzadas  

Шулай уҡ януарҙың башындағы ун мөгөҙ, ҡалған өс мөгөҙ йолҡоноп төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан һәм күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшкән ауыҙы булған, башҡаларҙан ҙурыраҡ күренгән һуңғы мөгөҙ менән ҡыҙыҡһындым.


Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ.


Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине: «Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр.


Шунан һин яртылаш көршәк балсығынан, яртылаш тимерҙән булған аяҡ һәм аяҡ бармаҡтары күргәнһең – быныһы бүленгән батшалыҡ. Унда өлөшләтә тимер ҡатылығы ла булыр, шуға ла һин балсыҡ менән яртылаш тимер күргәнһең.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios