Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 7:20 - Башкирский ВЗ (неполный)

20 Шулай уҡ януарҙың башындағы ун мөгөҙ, ҡалған өс мөгөҙ йолҡоноп төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан һәм күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшкән ауыҙы булған, башҡаларҙан ҙурыраҡ күренгән һуңғы мөгөҙ менән ҡыҙыҡһындым.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Шулай уҡ башындағы ун мөгөҙө, йәнә өс мөгөҙө аҡтарылып төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан яңыһы менән ҡыҙыҡһындым; был яңы мөгөҙҙөң күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшеүсән ауыҙы булып, үҙе башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ булып күренә ине.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 7:20
9 Referencias Cruzadas  

Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине: «Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Мин мөгөҙ ауыҙынан тәкәббер телмәрҙәр сыҡҡан мәлдән алып януар үлтерелгәнгә тиклем, уның кәүҙәһе юҡ ителеп, утҡа тотолғанға тиклем булған хәлдәрҙең барыһын да күрҙем.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


Шунан мин дүртенсе януарҙың – бүтәндәренә оҡшамаған сағыштырғыһыҙ ҡот осҡос, тимер тешле һәм баҡыр тырнаҡлы, бар нәмәне ялмап ашап, емереп барған, ҡалғанын аяҡтары менән тапаған йән эйәһенең нимә аңлатҡанын белергә теләнем.


Мин был мөгөҙҙөң изгеләр менән һуғыш башлағанын һәм уларҙы Мәңгелек Зат килгәнгә тиклем еңеп барыуын күрҙем. Ул килгәс, Юғарыларҙан Юғарының изгеләре файҙаһына хөкөм сығарылды, батшалыҡты уларға биләп алырға ваҡыт етте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios