Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 7:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

13 Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 7:13
39 Referencias Cruzadas  

Шунан күрҙем: Тәхеттәр ҡуйылды, Мәңгелек Зат тәхеткә ултырҙы. Кейемдәре ап-аҡ ҡар ише, Сәстәре – бәрәс йөнө һымаҡ салт. Тәхете – утлы ялҡын, Тәгәрмәстәре – дөрләп янған ут.


Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра.


Батшалар бер ергә йыйылдылар, Ҡалаға һөжүм итеү өсөн килделәр.


Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?


Раббы ғәмәлдәре бөйөк, Уларға һоҡланғандар төшөнә.


Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.


Ҡалған януарҙарҙан да хакимлыҡ алынды, ләкин мөҙҙәт еткәнгә тиклем ғүмерҙәре һаҡланды.


Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды,


Һора Минән, милек итеп ҡәүемдәрҙе, Биләмәгә ерҙең һәр тарафын бирәм.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios