Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 6:26 - Башкирский ВЗ (неполный)

26 Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 6:26
39 Referencias Cruzadas  

Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде. Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо. Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ. Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ.


Шуға ла мин, төшөмдө юратыр өсөн, Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен үҙ яныма саҡырырға бойорҙом.


Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки, был Алла һымаҡ, башҡа бер илаһ та шулай ҡотҡара алмай.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


«Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным, Үлем соҡорона әгәр төшһәм? Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы? Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме?


Раббыға ҡурҡыу һәм хөрмәт, Тетрәнеү һәм ҡыуаныс менән хеҙмәт итегеҙ.


Мин – Раббы, һүҙемә тоғромон, Шуға ла, Яҡуп нәҫеле, һеҙ иҫән ҡалдығыҙ.


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ – мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


Ул аттың көсөнә ҡарамай, Кешенең етеҙлегенә лә илтифаты юҡ.


Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы?


Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.


Сөнки Һин минең ҡәлғәмһең, Аллам; Ниңә һуң мине ситкә тибәрҙең. Ни өсөн дошмандарымдың иҙеүенән Иңрәп ҡайғы-хәсрәткә баттым?


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios