Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 5:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

4 Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 5:4
21 Referencias Cruzadas  

Һин хаттин ашып Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Ағас киҫәгенә: «Уян!», Телһеҙ ташҡа: «Тор!» – тиеүсегә ҡайғы! Берәй нәмәгә өйрәтерме улар? Алтын-көмөш ялатылған был нәмәлә Тормош һулышы юҡ бит.


Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм.


Шул саҡ боттарға өмөтләнеүселәр, Ҡойолма илаһтарға: „Һеҙ – беҙҙең аллабыҙ“, – тиеүселәр, Хурлыҡҡа ҡалып ҡасыр».


Даниил харам бер нәмәне лә – батша ризыҡтарын да, батша шарабын да – ауыҙына ла алмаҫҡа ҡарар итте. Ул хеҙмәтселәр башлығынан әлеге ризыҡтарҙы ашамаҫҡа рөхсәт итеүен һораны.


Ҡорамдан, Йәрүсәлимдәге Алла йортонан, алып ҡайтылған алтын һауыттарҙы алып килгәс, батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсә башланы.


Көтмәгәндә кешенең ҡул суғы пәйҙә булды ла батша һарайының ағартылған диуарына шәмдәл ҡаршыһына ниҙер яҙа башланы. Батша яҙған ҡулды үҙ күҙҙәре менән күрҙе.


Шуға күрә һөргөнгә иң тәүҙә китерһегеҙ, Унда кәйеф-сафаға урын булмаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios